Затон биҫтәһендәге барактарҙа йәшәүселәр яңы фатирға күсеүҙән баш тарта

Тулыраҡ: Затон биҫтәһендәге барактарҙа йәшәүселәр яңы фатирға күсеүҙән баш тарта

Быны улар тәҡдим ителгән торлаҡтың тиҫтәләрсә километрҙа урынлашыуы менән аңлата. Чиновниктары ҡарары буйынса, ярты емерек йортта йәшәп ятҡанын ишетеп Лидия ханым аптырашта ҡала. Яңы ғына ремонт эшләп алған фатирынан уны тиҙҙән ҡыуып сығарыуҙары ихтимал. 44 йыл ғүмере ошо стеналар эсендә үткәнгә был хәбәргә ышанғыһы ла килмәй.Затон биҫтәһенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан ике ҡатлы йорттар үткән быуат урталарында уҡ төҙөлгән. Әммә унда йәшәүселәр торлаҡтың таушалыуына зарланмай. Бөтә уңайлыҡтар бар, өйҙәр йылы ти улар.Был ерҙәрҙе барактарҙан тиҙерәк бушатыу теләге аңлашыла, сөнки яҡында ғына парк, балалар баҡсаһы, мәктәп, поликлиника. Ҡиммәтле йорттар төҙөр өсөн барыһы ла әҙер. Тик бында йәшәүселәрҙән һораусы ғына юҡ.Ғүмер буйы йәшәгән йорттарын һүтәсәктәре хаҡында ла урындағы халыҡ йүкә телефоны аша ишетеп ҡала. Бында йәшәүселәрҙе бер кем дә урамғы ҡыуырға йыйынмай әлбиттә, тик уларға тәҡдим ителгән яңы фатирҙар Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан. Ҡаланың икенсе осона күсергә теләк юҡ ти Затонды төйәк итеүселәр.Ысынлап та Затондан алып Шаҡшаға тиклем яҡын ара түгел, йәмәғәт транспортында ҡала аша кәм тигәндә лә 2 сәғәт барырға тура килә. Тығын ваҡытында был ваҡыт тағы ла оҙаҡҡараҡ һуҙылыуы ихтимал. Әммә ҡала хакимиәте чиновниктары өсөн был дәлилдәр бер ни ҙә түгел.Затон барактарында йәшәүселәр Өфө мэрияһы чиновниктарының мәсьәләгә ҡолаҡ һалырына ышана һәм яңы фатирҙы улар үҙ микрорайонында алырына өмөт итә. Кире осраҡта улар үҙ хоҡуҡтарын аҙаҡҡыға тиклем яҡларға әҙер.