Өфөлә ташҡындан зыян күреүселәр һаны арта

Тулыраҡ: Өфөлә ташҡындан зыян күреүселәр һаны арта

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса 6 юл һәм 230 йорт һыу аҫтында ҡалған. Шул уҡ ваҡытта Ағиҙел һәм Дим йылғаларында һыу кимәленең артыуы дауам итә.Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә лә Ағиҙел йылғаһына яҡын йәшәүселәр яҙғы ташҡындан күрелгән зыянды иҫәпләй. Юлдарҙы һыу ҡаплау сәбәпле бында автомобиль хәрәкәте сикләнгән. Урындағы халыҡты йорттарына илтер өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус техникаһы дежурҙа тора. Башҡортостан буйынса гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы хәбәр итеүенсә, Ағиҙел йылғаһы 4 см-ға күтәрелеп, бөгөнгә 756 сантиметрға еткән. Ҡариҙелдә һыу кимәле 854 сантиметр, ул 1 см-ға төшкән, Дим йылғаһы 4 сантиметрға күтәрелеп 352 сантиметрҙа еткән.