Бөгөн Бөтә донъя радиоактив фажиғәләр ҡорбандары көнө

Тулыраҡ: Бөгөн Бөтә донъя радиоактив фажиғәләр ҡорбандары көнө

Был дата Чернобль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар хөрмәтенә уҙғарыла. Егерменсе быуаттағы иң аяныслы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә республиканан меңгә яҡын кеше ҡатанаша. Припять ҡалаһындағы техноген бәлә арҡаһында һуңғы 30 йылда Башҡортостанда 400-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән. “Чернобль берлегендә” ошо фажиғәнән һуң тыуған ике йөҙ самаһы бала иҫәптә тора. Тиҫтәләгән квадрат саҡырымдағы ерҙәр меңәр йылдар дауамында йәшәргә яраҡһыҙға әйләнгән. Бихисап кеше ғүмер буйы йыйған мөлкәтен ҡалдырып китергә мәжбүр була. Улар араһында Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ғәлимовтар ҙа бар. Был һәләкәтле көн бөгөнгөләй хәтеребеҙҙә, ти улар.Ғәлимовтар береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән йәшәгән урындары – Припять ҡалаһын ҡалдырып китергә мәжбүр була. Ғаиләбеҙ өсөн иң ҡиммәтле әйберҙәребеҙ – фотоһүрәттәр һәм теген машинаһын ғына алдыҡ, тип хәтерләй хужабикә.Тиҫтә йылдар үтһә лә, Ғәлимовтар улдарының бала сағы тороп ҡалған, үҙҙәренең йәшлек йылдары үткән ерҙе һағынып иҫкә ала. Хатта Чернобыль хаҡында нәшер ителгән китаптарҙың да һәр береһен ала барам, ти Мөнирә ханым.Радиактив матдәләрҙең таралыу майҙаны, зыян күреүсе кешеләр иҫәбе буйынса иң ҙур һәләкәттәрҙең береһе бик күп кешеләрҙең яҙмышына үҙгәрештәр индерә, уңалмаҫлыҡ тән һәм йән йәрәхәте ҡалдыра. Дамир Таһир улында ла фажиғә эҙһеҙ үтмәй.Киң мәғлүмәт сараларында билдәләнеүенсә, Башҡортостанда Чернобыль фажиғәһе һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү һөҙөмтәһендә зыян күргән өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың һәр дүртенсеһенең физик мөмкинлеге сикләнгән. Был һәләкәт уларҙың һәр ҡайһыһының күңелендә төҙөлмәҫ яра булып һаҡлана.