Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил халыҡты ҡабул итте

Тулыраҡ: Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил халыҡты ҡабул итте

Матди тәьминәт, торлаҡ шарттары һәм йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар. Бала мәнфәғәттәренә ҡағылғанда был мәсьәләләр икеләтә киҫкен. Ҡыйынлыҡтарҙы үҙ-аллы еңә алмаған ата-әсә һорауҙарына яуап эҙләп бала хоҡуҡтары буйынса республика вәкиленә мөрәжәғәт итә. Алһыу Флүр ҡыҙы һигеҙ йәшлек балаһын яңғыҙы тәрбиәләй. Алимент алыу өмөтөн өҙгәс бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә мөрәжәғәт иткән. Был осрашыуға кешеләр төрлө һорау менән килә. Ауырыу бала өсөн тейеш дарыуға аҡса еткерә алмағандар матди хәленә зарлана. Организмда глюкоза кимәлен асыҡлар тест-һыҙаттарҙың бер айлыҡ йыйылмаһы ғына мең ярым һумға төшә. Ә шәкәр диабетынан яфаланған балаларға унан башҡа дарыуҙар ҙа талап ителә. Өфөлә йәшәгән Винокуровтар ғаиләһе тестарҙың бер өлөшөн урындағы поликлиниканан ала, әммә 12 йәшлек Настяға ул күләм генә етмәй. Өс айға алты ҡап кәрәк. Ҡыҙҙың әсәһе үтенес менән „Мәрхәмәт„ фондына мөрәжәғәт иткәнен һөйләй. Оҙаҡламай бала хоҡуҡтары буйынса вәкил менән осрашыуға саҡырыу алалар. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил белдереүенсә, тест-һыҙаттар мәсьәләһе киҫкен торған ғаиләләр һаны бер тиҫтә генә түгел. Уларға ғәмәли ярҙам итеү маҡсатында „Феникс„ йәмәғәт ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ти Милана Скоробогатова. Диабет берләшмәһе йыл да күмәк саралар үткәрә, сәйәхәттәр ойоштора, балалар өсөн аралашыу мөмкинлектәре таба. Был юлы ойошма рәйесе Арсен Зиннәтуллин шәкәр диабеты менән ауырыу бала тәрбиәләгән биш ғаиләгә кәрәкле тест-һыҙат ҡаптарын тапшырҙы. Килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы үҙ-аллы хәл итә алмаған кешеләр дәүләт вәкилдәре ярҙамын көтә, ти Милана Марат ҡыҙы. Аҙна һайын ул үҙ ҡабул итеү бүлмәһендә, айҙың һәр һуңғы дүшәмбеһендә Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә бала хоҡуҡтарына ҡағылышлы белешмәләр бирә. Борсоулы мәсьәлә бар икән вәкилдең Интернеттағы сайтында бер нисә көн алдан яҙылыу ҙа етә.Бала хоҡуҡтары боҙолған һәм бала мәнфәғәттәре үтәлмәгән осраҡта ярҙам йә кәңәш һорап Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса вәкил сайтына тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Милана Скоробогатова әйтеүенсә, ҡабул итеү бүлмәләрендәге ошондай осрашыуҙар ыңғай һөҙөмтәһеҙ ҡалмай.