Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия йыйылышында ҡатнашты

Тулыраҡ: Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия йыйылышында ҡатнашты

Ултырышты Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров алып барҙы. Ведомство етәксеһе бөгөнгө хәлдәрҙе иҫәпкә алып, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә гуманитар хеҙмәттәшлек йүнәлешенең мөһимлеген билдәләне. Ошо өлкәлә ЮНЕСКО — Берләшкән Милләттәр ойошмаһының гуманитар терәге булып тора. Был йүнәлеш эшмәкәрлеге буйынса Рәсәй төбәктәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Киләһе йыл Башҡортостанда “Евразия киңлегендә халыҡ-ара диалог" тигән конференция уҙасаҡ, уның сиктәрендә ЮНЕСКО-ның “Ебәк юл" проекты буйынса мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ, тине Сергей Лавров. Халыҡ-ара ойошма геопарктар булдырыу проекты өҫтөндә эш башланы, Башҡортостан тәүгеләрҙән булып илдә пилот проекты буйынса ғариза тапшырҙы. Ултырышта ҡатнашыусылар республиканың Рәсәйҙә ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа, ойошма программаларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем эшләгән төбәктәрҙең береһе тип билдәләне.