Башҡортостанда үткән тәүлектә коронавирус менән ауырыуҙың 676 осрағы асыҡланған. 29 кеше һәләк булған. Стациоанҙа 800-ҙән ашыу кеше дауалана. Уларҙың күбеһе оло йәштәгеләр тип хәбәр ителә. Табиптар прививка яһатыуҙы һуҙмаҫҡа саҡыра. Әлегә 1 миллион 513 меңдән ашыу кеше тулыһынса вакцинация үткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының таралыуын туҡтатыу йәһәтенән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инде.
1 миллион 513 меңдән ашыу кеше тулыһынса вакцинация үткән
1 миллион 513 меңдән ашыу кеше тулыһынса вакцинация үткән