Үҙизоляцияла булған өлкәндәргә ярҙам

Үҙизоляцияла булған өлкәндәргә ярҙам.

Республика социаль үҙәктәре пенсионерҙарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә, өй эштәрендә ярҙам итә, коронавирустан вакцина яһатыу буйынса тулы мәғлүмәт еткерә. Социаль хеҙмәткәрҙәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәй. Ҡулдар антисептик менән эшкәртелә, мотлаҡ битлек кейелә. Өҫтәүенә, уның прививка эшләтелгәнен белдергән ҡағыҙы булырға тейеш. Шулай уҡ хеҙмәткәр 60 йәштән өлкәндәр өсөн ҡаралған үҙизоляция режимында булыусыларға коронавирустан вакцина яһатыу тураһында тулы мәғлүмәт еткереп, иҫкәрмә ҡағыҙын тапшыра. Үҙизоляцияны боҙмау һәм прививка яһатыуҙың әһәмиәте тураһында иҫкәртеү-төп бурыстарҙың береһе.