Башҡортостанда коронавирус менән ауырыу осраҡтары артыуҙан туҡтаны

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыу осраҡтары артыуҙан туҡтаны

Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Мәкерле сирҙән үлем осраҡтары ла кәмегән. Бер аҙналыҡ каникул һөҙөмтәләре, ниһайәт, һандарҙа сағыла башланы. Башҡортостанда КОВИД-19 менән сирләүселәр артыуҙан туҡтаны, хатта бер аҙ кәмей төштө. Коронавирус һәм пневмониянан үлеүселәр статистикаһы ла түбәнәйеүе күҙәтелә. Шуға ла был аҙнала республикалағы бихисап медицина учреждениеларында Ковид госпиталдәр ябылып улар ғәҙәти режимға күсә. Ураған һайын үҙгәртеүҙән табиптар ҙа арыны, әммә вирус яҡын арал бер ҡайҙа ла юҡҡа сыҡмаясаҡ. Шуға ла республикала тағы ике госпиталь төҙөргә ҡарар ителгәйне. Декабрь башында төҙөлөш башлана, ул ике айҙа әҙер булырға тейеш.Вакцинация буйынса 1 октябргә ҡуйылған план һуңлап булһа ла үтәлде – Башҡортостанда прививка алырға тейешле халыҡтың 60 проценты тулы иммунизация үткән. Киләһе баҫҡыс 80 процент. Үткән аҙнанан ғәмәлгә ингән үҙгәрештәргә ярашлы предприятиеларҙа прививка эшләтеү етди контрогә ҡуйыла.Оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Радий Хәбировтан оло йәштәгеләр өсөн диспансеризацияны тергеҙеүҙе һораны. Был кисекмәҫтән башҡарылырға тейеш, сөнки республикала дөйөм алғанда үлем статистикаһы юғары ҡала. Статистика, әйткәндәй Башҡортостанда бөгөн яҡынса 4 миллион 100 мең кеше йәшәүен асыҡлаған. Йәкшәмбелә тамамланған халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын Башҡортостан лайыҡлы атҡарып сыҡты. Тәүге һөҙөмтәләр апрелдә билдәле буласаҡ, киләһе йыл аҙағына тулыһынса йомғаҡ яһалырға тейеш. Башҡортостан Бөтә донъя Фольклориадаһын юғары кимәлдә уҙғарҙы тигән һығымтаға килгәндәр СИОФ һәм генераль ассамблеяның юбилейлы ултырышында. Шулай уҡ унда ҡатнашыусылар 2024 йылда Беренсе балалар фольклориадаһын тап беҙҙә уҙғарыу тәҡдимен хуплаған. Унда 14 йәштән өлкән булмаған балалар ҡатнашасаҡ. Республиканан рәсми делегация ошо көндәрҙә Белоруссияға эш сәфәре менән сыға. Радий Хәбировтың Александр Лукашенко менән осрашасағы хаҡында билдәле. Башҡортостан менән Белоруссия араһында сауҙа-иҡтисад бәйләнештәрен нығытыу күҙаллана.Теүәл ике аҙнанан барлыҡ район ҡалаларҙа боҙ майҙансыҡтары әҙер булырға тейеш. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров район-ҡала башлыҡтарына ошонай етди бурыс ҡуйҙы. Бөтәһе 2 меңдән ашыу ҡупшыҡай биҙәйәсәк ауыл-ҡала урамдарын, ә бына яҡтыртҡыс иллюминацияларға әлегә аҡса артмай тине Радий Хәбиров. Шуға ҡарамаҫтан Яңы йыл кәйефен тулы ҡеүәтендә тәьмин итеү зарур. Иң яҡшы боҙ майҙансыҡтары өсөн аҡсалата премия биреләсәк.