Өфөнөң Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркындағы майҙан тәбиғи шыршы менән биҙәлде. Бынан алда ҡупшыҡайҙар яҡын райондарҙан килтерелһә, быйыл иһә Яңы йылдың төп символы баш ҡалалағы предприятие биләмәһенән ҡырҡып алынды. Ағасты киҫеп алыуҙың сәбәбе бар, ти хеҙмәткәрҙәр.Нижегородка биҫтәһендәге тимер-бетон ҡоролмалар етештереү предприятиеһы биләмәһендәге был шыршы утыҙ йылдан ашыу үҫеп ултырған. Уның оҙонлоғо 25 метр тирәһе. Ҡупшыҡайҙы ҡырҡыуы (бысыуы) еңел, тик бына техникаға тейәп кәрәкле урынға алып барғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк.Биләмәлә үҫеп ултырған шыршыны алып ташлауҙың сәбәбе бар, ти преприятие хеҙмәткәрҙәре. Ағастың тамырҙары көсәйеү сәбәпле, ул административ бинаның нигеҙенә зыянлыҡ килтереүе ихтимал. Күҙ яуын алып торған шыршы Өфөнөң Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркын биҙәйәсәк. Өҫтәүенә, Яңы йыл байрамының төп символы райондың тағы ла бер майҙанында урынлаштырыласаҡ. Эштең тамамланыу ваҡыты ла билдәле.Шыршының ботаҡтарын һындырмай ғына паркка оҙатыу-еңел түгел. Йөк машинаһын граждандарҙы һаҡлау идаралығының махсус автомобиле оҙатып барҙы. Быйыл майҙанда шыршы, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындарынан тыш, Ленин районының 85 йыллығына әҙерләнгән фигурала ҙа көтөлә.
«Тулҡын» паркындағы майҙан тәбиғи шыршы менән биҙәлде
«Тулҡын» паркындағы майҙан тәбиғи шыршы менән биҙәлде