Депутаттар алдында яңы бурыстар

Депутаттар алдында яңы бурыстар

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандан Дәүләт Думаһына һайланған депутаттар һәм Федерация советындағы вәкилдәр менән осрашты. Төбәк етәксеһе һәр депутат республиканы борсоған мәсьәләләрҙе өҫтөн ҡуйып, үҙ һайлаусылары мәнфәғәттәрен ҡайғыртыр, тигән ышаныс белдерҙе һәм ошо маҡсатта властың федераль органдары менән тығыҙ бәйләнештә, Дәүләт Думаһының һәр комиссияһы эшендә әүҙем ҡатнашырға сыҡырҙы. Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутаттар әйтеүенсә, ниндәй генә фракциянан булыуға ҡарамаҫтан, маҡсаттар уртаҡ — милли проектарҙы һәм дәүләт программаларын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыу.