Был турала район советы депутаттарының республика етәксеһе ҡатнашлығында үткән ултырышында хәбәр ителде. Радий Хәбиров Азамат Абдрахмановҡа рәхмәт белдереп, муниципалитет етәкселәренең идара итеү һәләттәре һәм эш һөҙөмтәләре республика өсөн мөһим, Ишембай ҡалаһы һәм районында тормоштоң ыңғай яҡҡа үҙгәреүе, быға тиклем хәл ителмәй килгән мәсьәләләрҙең сиселеүе ҡыуандыра, тине. Радий Хәбиров Азамат Абдрахмановтың Хөкүмәт аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе һәм хакимиәттең яңы башлығына уңыштар теләне
Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһынан китте
Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһынан китте