Башҡортостанда “Сәйәхәт кенә түгел” тип аталған программа бойомға ашырыла. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған йәш сәйәхәтселәр Башҡортостанды өйрәнеүҙе милли музейҙан башланы. Экологик туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән программа 15-тән 26 йәшкә тиклем, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурс, фестивалдә еңеүсе әүҙем йәштәр өсөн эшләнә. Проектты Ростуризм, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, “Знание” йәмғиәте менән берлектә «Рәсәй-мөмкинлектәр иле” программаһы сиктәрендә тәҡдим иткәйне. Ә Рәсәйҙең ниндәй төбәген өйрәнеүҙе йәштәр үҙҙәре һайлай. Пилот проекты Калининградта ойошторолһа, артабан студенттарҙы Башҡортостан ҡабул итте. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған 26 сәйәхәтсе 4 көн дауамында Урал батыр төйәген өйрәнәсәк, экологик өмәлә лә ҡатнашырға ниәтләй.
Сәйәхәт кенә түгел
Сәйәхәт кенә түгел