Башҡорт телендә сыҡҡан тапшырыу ил кимәлендә билдәлелек яулай. “Башҡортостан 24” каналы өсөн төшөрөлгән “Етендән епкә тиклем” тапшырыуы федераль фестиваль еңеүселәре исемлегендә. 10-12 ноябрҙә Анапа ҡалаһында “Беҙҙең заман геройы” телетапшырыуҙар һәм фильмдар фестиваленең еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙҙе лә тәбрикләнеләр. Конкурс ил президенты грантына 2007 йылдан алып үткәрелә. Быйыл унда Рәсәйҙең 41 ҡалаһынан 199 телепроект ҡатнашты. “Етендән епкә тиклем” тапшырыуын “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының алып барыусыһы Ләйсән Тимербулатова, режиссеры Лидия Мусина, видеооператорҙар Урал Шәрипов, Вадим Зараев һәм водитель Илфат Хисмәтуллин Борай районынан төшөрөп алып ҡайтты һәм эфирға әҙерләп сығарҙы. Тапшырыу геройҙары – Йомаҡай ауылынан Рәфизә Баһманова һәм Альбина Нафиҡова. Әсә һәм ҡыҙы телевизор ҡараусыларҙы етен үҫтереү, уны эшкәртеү һәм һуғыуҙың онотолоп барған серҙәре, эш ҡоралдары менән таныштырғайны.
Етендән епкә тиклем
Етендән епкә тиклем