Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембайҙа булып ҡайтты. Сәфәр барышында ул социаль объекттарҙа эштәр тарышы менән танышты, халыҡ менән аралашты, муниципалитет етәкселәре менән биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Ишембайҙың Ленин проспекты һуңғы бер-нисә йылда танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Уның төҙөкләндереү менән республика башлығы Радий Хәбиров та танышты. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Ишембайҙа байтаҡ эш башҡарылған-урамдар киңәйтелгән, яңы асфальт түшәлгән, яҡтылыҡ алмаштырылған. Әле лә төҙөкләндереү дауам итә. Тотош Ленин проспекты буйлап аллея яңыртыла. Түшәм үҙенсәлекле ысул менән һалына. Республика етәсеһе башҡорт ихаталары программаһының урындағы үтәлеше менән дә ҡыҙыҡһынды. Бульвар урамындағы 3 йортто берләштергән ихатаны хәҙер танырлыҡ та түгел. Элек был ер ташландыҡ хәлдә ине, тип хәтерләй урындағы халыҡ. Быйыл биләмәлә заманса матур ҡаласыҡ ҡалҡып сыҡҡан.Башҡарылған эштәр бихисап. Йорттар тирәләй асфальт түшәлгән, өҫтәмә парковка урындары булдырылған, Тирә-яҡ йәшелләндерелгән, Ихатаның йөҙөк ҡашы - хоккейы һәм заманса балалар майҙансыҡтары. Иғтибарҙы йәлеп иткән йәнә бер объект - Ишембай трикотаж йәмғиәте. Был ойошма Ишембай трикотаж фабрикаһы нигеҙендә үҙ эшен башланы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары күрһәткестәргә ирешә алды. Әүҙем үҫешкән ойошма алдынғы технологиялар һәм яңы алымдар ҡулланып эшләй.Оҙаҡ йылдар дауамында эшләгән хеҙмәткәрҙә яңы ойошмала үҙ эшен дауам итә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша.Республика етәксеһе урындағы спорт мәктәбе эшмәкәолеге менән дә яҡындан танышты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, үҫеп килгән йәш быуынды сәләмәт итеп тәрбиәләүгә иғтибар Ишембайҙа бермә-бер артҡан. Радий Хәбиров Ишембай районы советының сираттағы ултырышында ла ҡатнашты. Йыйылыш барышында Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы билдәләнде. Был вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы итеп Азат Ишемғолов тәғәйенләнде. Быға тиклем ул район етәксеһенең беренсе урынбаҫары булып эшләгән. Азамат Абдрахманов республика хөкүмәте аппаратына етәкселек итәсәк. Республика етәксеһе белдереүенсә, Азамат Абдрахманов халыҡтың ышанысын тулыһынса аҡлаған. Ул 3 йыл етәкселек иткән осорҙа Ишембай күҙгә күренеп матурланды, уңайлы ҡалаға әйләнде, районға күпләп яңы инвесторҙар килде.
Ишембай күҙгә күренеп үҙгәрҙе
Ишембай күҙгә күренеп үҙгәрҙе