Атайса

Атайса

Башҡортостанда “Атайсал” проекты үҙ эшен дауам итә. Уның сиктәрендә ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы шәхестәр яҡташтарына, бәләкәй Ватанына көнүҙәк проблемаларын хәл итергә ярҙам итә. Март айында программа иғлан ителгәндән һуң ғына Балаҡатай районында 10 миллион һумлыҡ 17 проект тормошҡа ашырылған. Республиканың төньяҡ-көнсығыш районында тағын ниндәй эштәр башҡарыла? Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, белем усаҡтарының матди-техник техник базаһын яңыртыу, социаль мәсьәләләр. Төрлө йүнәлештәрҙе берләштергән “Атайсал” проекты сиктәрендә республикала бихисап проблемалар хәл ителә. Программа ярҙамында Балаҡатай районы үҙәк дауаханаһының балалар бүлегенә ҙур ярҙам күрһәтелгән.Григорий Левицкий Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында тыуған. Тыуған ауылына ярҙам итеү менән күптән шөғөлләнә. Урындағы дауаханаға медицина ҡорамалдарын алыу, белем усаҡтарының матди-техник базаһын яңыртыу һәм башҡа социаль ярҙам күрһәтеү – һәр кешенең маҡсаты, ти меценат.Заманса матрастар, ҡан баҫымын үлсәү аппараттары, термометрҙар һәм башҡа медицина ҡорамалдары. Балаҡатай районы үҙәк дауаханаһының балалар бүлегенә 150 мең һум күләмендә аҡса бүлгән меценат. Яңы Балаҡатай ауылының 1-се урта белем биреү мәктәбендә “Атайсал” проекты сиктәрендә саңғы спортын яратыусылар өсөн яңы саңғылар һатып алына. Үҙенсәлекле проект сиктәрендә Балаҡатай районында әле 10 миллион һумлыҡ 17 проект тормошҡа ашырылған. Республикала “Атайсал” проектында барлығы ике меңгә яҡын кеше теркәлгән. Башҡортостанда һәм унан ситтә төрлө ауыл һәм ҡалаларҙан сыҡҡан бик күп уңышлы кешеләр йәшәй. Әгәр уларҙың һәр береһе бәләкәй Ватанына ярҙам итһә, был башланғыс шул төбәктең тормошон бермә-бер яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.