“Сәйәхәт кенә түгел” тип аталған программа сиктәрендә Рәсәй йәштәренең Башҡортостан буйлап сәйәхәте тамамаланды. Илебеҙҙң төрлө төбәктәрҙән йыйылған 27 йәш сәйәхәтсе 4 көн дауамында республика буйлап сәйәхәт ҡылды һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.Свято-Георгиев ирҙәр монастыре биләмәһендәге был ҡоҙоҡтоң шифаһы хаҡында күптәр белә. Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәгенән йыйылған йәштәрҙең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы ул. 27 кешенән торған йәштәр төркөмө Башҡортостанға 4 көнгә килгән. Форум шуныһы менән дә ҡыҙыҡлы, йәштәр сәйәхәт өсөн үҙҙәре теләгән төбәкте һайлай ала. Башҡортостанда йәштәрҙе Урал –Тәңре туроператоры ҡабул итте. Ҡар яуып, көндәр һалҡытыуға ҡарамаҫтан, йәштәргә онотолмаҫ тәҫораттар ҡалдырырҙай программа тәҡдим ителдеТуризм өлкәһендә тәжрибәһе булған зирәк йәштәр Уралда экологик туризмды үҫтереү юлдары өйрәнде, фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм әллә күпме фото-видео материал тупланы. «Рәсәй-мөмкинлектәр иле” һәм “Сәйәхәт кенә түгел” программаһы сиктәрендә тәҡдим ителгән форумда ҡатнашыусыларҙың тәьҫораттары төрлө кемгәлер һыбай йөрөү оҡшаһа, кемдер аш-һыуға ғашиҡ.Рәсәй йәштәре өсөн бушлай йә арзан хаҡҡа сәйәхәт тәҡдим иткән программа башланып ҡына тора. Тимәк, һәр кемдең унда ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Был 27 йәш-елкенсәктең күбеһе беҙҙең республикала тәүге тапҡыр, әммә Урал батыр төйәгенә ҡабат әйләнеп ҡайтырбыҙ , тигән теләктә улар үҙ төбәктәренә юлланды.
Сәйәхәт кенә түгел
Сәйәхәт кенә түгел