Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының таралыуын туҡтатыу йәһәтенән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә ингәйне. Улар нисек үтәлә? Сауҙа министрлығы вәкилдәре менән беҙҙең ижади төркөм ҙур сауҙа үҙәктәре буйлап рейд ойошторҙо. Һатып алыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәъмин итеү өсөн һаҡсыларға ихлас күңелдән эшләү генә етмәй шул. Мотлаҡ тән температураһын үлсәү, битлек кейеүҙәрен тикшереү. Ғәҙәтигә әйләнгән талаптарға хәҙер тағы ла яңы сикләү өҫтәлде. Вакцина яһатмағандарҙы сауҙа үҙәгенә индермәҫкә. Был талаптың үтәлешен сауҙа министрлығы вәкилдәре тикшерә. QR код юҡ икән, һатып алыусы вакцинация тураһында сертификат, һуңғы алты ай эсендә сирҙе үткәреү йәки ПЦР-тест менән медицина күрһәтмәһе хаҡында белешмәне күрһәтергә тейеш. Ошо дәлилдәрһеҙ сауҙа үҙәктәренә инеү тыйыла. Был исемлеккә, аҙыҡ түлек гипермаркеттары ғына түгел, төҙөлөш, спорт ҡоролмалары, кейем магазиндары, автосалондар, 1 мең квадрат метрҙан ашыу майҙаны булған барлыҡ сауҙа үҙәктәре инә. Төп маҡсат язаға тарттырыу түгел, ти сауҙа министрлығы вәкилдәре. Иң мөһиме — сиргә юл ҡуймау. Шуға ла, улар ойошма етәкселәре менән берлектә эшләргә тырыша, етешһеҙлектәр, йә хаталар бар икән, төҙәтеүҙәрен һорай. Халыҡ был тыйыуҙарға төрлө ҡарашта, ризаһыҙлыҡ белдергәндәре лә юҡ түгел. Шулай ҙа сикләүҙәрҙе ыңғай баһалаусылары күберәк. Гипермаркеттарға килеүселәрҙең һәр-береһендә тиерлек вакцинация яһатҡандарын раҫлаусы сертификат, Бындай талаптар республиканың барлыҡ сауҙа үҙәктәре һәм кибеттәре алдына ҡуйылған, тикшереү ҙә бөтә республика буйынса бара. Сауҙа министрлығы вәкилдәре Өфө буйлап көн һайын уртаса 15-20 ойошма тикшерә. 1 декабрҙән шифахана-курорт ойошмаларына, профилакторийҙарға һәм башҡа ял йорттарына урынлашҡанда ла QR код күрһәтергә тура киләсәк.
Сикләүҙәр нисек үтәлә?
Сикләүҙәр нисек үтәлә?