Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург федераль трассаһы башҡортостан аша үтәсәк

Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург федераль трассаһы башҡортостан аша үтәсәк

Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы, баш ҡала тирәләй күперҙәр, яңы үткәүелдәр һәм трассалар төҙөлөшө. Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы үтә. Унда Башҡортостан етәкселеге ҙур проекттар менән таныштыра. Республика делегацияһына Радий Хәбиров етәкселек итә. Рәсәй транспорты күргәҙмәһе, ғәҙәттәгесә, киң күләмлелеге менән айырылып тора. 4 мең квадрат метр майҙанда транспорт өлкәһендә иң алдынғы технологиялар күрһәтелә. Бында ил хөкүмәте етәкселеге, төбәк башлыҡтары, Рәсәй һәм сит илдәрҙең ҙур транспорт ойошмалары хужалары саҡырылған. Күргәҙмәлә Башҡортостан стендына айырым урын бүленгән. Төп иғтибарҙы Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы макеты алып тора. Проект тамамланыуға табан бара, инвестиция күләме миллиардтарса һум. Сарала Башҡортостан делегацияһы башҡа килешеүҙәр ҙә төҙөй. Пленар өлөштә транспорт өлкәһенең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һүҙ барҙы. Хөкүмәт ағзалары һәм ҙур дәүләт корпорациялары етәкселәре М-12 Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург федераль трассаһы төҙөлөшөнә айырым туҡталды. Уның бер өлөшө Башҡортостан аша үтә. Республика етәкселеге иҡтисади мөмкинлектәрҙе баһалай башлаған да инде. Форум сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй тимер юлдары генераль директоры Олег Белозеров менән эшлекле һөйләшеү уҙғарҙы. Осрашыуҙа Өфө тимер юлын үҫтереү һәм баш ҡала тирәләй ҡулса төҙөү мәсьәләһе күтәрелде. Федераль үҙәктән һәм компаниянан инвестиция күләме 18 миллиард һумдан ашыу булыр тип көтөлә. Өфөнөң 450 йыллығына тимер юл вокзалы ла төҙөкләндерәләсәк. Башҡортостан белгестәре Мәскәүҙә йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеген өйрәнә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ил баш ҡалаһы мэры урынбаҫары Максим Ликсутов менән осрашты. Тап уның ярҙамы менән Башҡортостан символикаһы менән поезд йөрөй башланы. Шулай уҡ төбәк етәкселеге Росавтодор ойошмаһы вәкилдәре менән аралашты. Яҡтар киләһе йылға юл төҙөлөшө күләме буйынса фекер алышты. Белгестәр пандемия шарттарында федераль ярҙамһыҙ ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу ауыр булыр ине тип билдәләй. Шуға күрә Рәсәй хөкүмәте менән эшләүгә айырым иғтибар бүленә. Форумда Башҡортостан делегацияһы өҫтәмә килешеүҙәр төҙөргә ниәтләй. Транспорт аҙналығы сиктәрендә республика тағы бер Ансат вертолетын алды. Санитар авиация өсөн тәғәйенләнгән осоу аппараты медицина модуле менән йыһазландырылған. Киләсәктә Өфөгә алыҫ райондарҙан ауыр хәлдәге пациенттарҙы килтереү өсөн бындай вертолеттарҙы арттырыу ҡарала.