Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына хирург-офтальмологтары махсус томограф ярҙамында пациенттың күҙ селтәрен дауалай. Бындай операция тиҙ һәм сифатлы башҡарыла. Селтәр шекәрәһенең боҙолоуы күпселек осраҡта кемдәрҙә осрай. 67 йәшлек Эдуард Хәлиловтың һуңғы арала уң күҙе ауыртып яфалана. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына ул Туймазынан килгән. Урындағы табиптар шунда уҡ пациентты махсус ҡоролмаларҙа тикшереп, дауалау ысулын тәҡдим итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионерҙың күҙенең селтәрле шекәрәһе өҙөлгән. Тиҙ арала операция яһау-был проблеманы хәл итәсәк. Хәҙер күҙ селтәре шекәрәһен яңы технологиялар ярҙамында дауалайҙар. Бының өсөн пациенттың ҡан тамырынан 15 миллилитр ҡан алына. Ошо ҡанды махсус ҡоролмала эшкәртеп, плазма сығаралар. Тап шул плазманы операция ваҡытында ҡулланалар ҙа инде. Күҙ селтәренең шекәрәһен өҙөлгән урынды плазма менән ҡаплау ысулы менән ғилми-тикшеренеү институты хирургтары быйыл ғинуар айынан алып ҡуллана. Бының өсөн махсус ҡоролма һатып алынған. Был алым операция ваҡытында уҡ селтәрҙе төшөрөп ала.Ғөмүмән, бындай диагноз оло кешеләрҙә, күҙ йәрәхәттәре алыусыларҙа һәм алыҫтан насар күреүселәрҙә осрай, ти табиптар. Яңы ҡоролма ярҙамында хирург-офтальмологтар 30-40 минут тирәһе операция эшләй. Операциянан һуң пациент ошонда уҡ тикшереү үтә. Барыһы ла яҡшы булған саҡта ғына уны өйгә ҡайтаралар. Әмәлиәттән һуң пациент ярты йылға бер тапҡыр килеп күҙҙәрен тикшертергә тейеш. Күҙ селтәрен ваҡытында дауаламаған осраҡта һуҡыр ҡалыу ҡурҡынысы янай, ти табиптар.
Нурлы күҙҙәр булһын тиһәң...
Нурлы күҙҙәр булһын тиһәң...