112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 80 йыл

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 80 йыл.

Дивизия Бөйөк Ватан һуғышында 4 мең километр юл үтә, 78 һалдат Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була. Сталинград янында еңеү Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы мәле – шул алыштан совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы ла тап Сталинградтан башлана. Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 104-се мәктәптең тамаша залын хәҙер генерал бюсты биҙәй. Уны асыу тантанаһы дивизияның 75 йыллығын билдәләү менән тап килгәйне. 17 ноябрь Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға, тап ошо көндә Рәсәйҙең хәрби данын күтәргән 112-се Башҡорт дивизияһы ойошторолған. Халыҡ тормошонда һиҙелерлек эҙ ҡалдырған был тарихи дата йыл һайын лайыҡлы билдәләнә. Легендар дивизия башлыса башҡорт һыбайлыларынан туплана. Шайморатов етәкселегендә ул Сталинград, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн дивизия Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә. Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында ла генерал рухын һаҡлайҙар. Ауыл уртаһында һыбайлы һәйкәле урынлаштырылды, мәктәп тә уның исемен йөрөтә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһың дүрт меңгә яҡын яугиры төрлө орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Шуларҙың етмеш һигеҙе Советтар Союзы геройы.