Өфөнөң күп ҡатлы йорттарының береһендә йәшәүселәр йылытыу системаһын көйләүҙе талап итә. Ҡала хакимиәтенә, торлаҡ –коммуналь хужалығына әллә күпме мөрәжәғәт итеп, 10 йыл дауамында яҡтар уртаҡ фекергә килә алмай. Йорттоң төнъяғында йәшәүселәр фатирҙарында өшөргә мәжбүр, ә көньяғындағылары ҡыш буйы тәҙрә асып урамды йылыта. Бындай хәл башҡаланың бихисап йорттарына ҡағыла. Йылытыу миҙгеле башланыу менән был фатирҙа батареяларҙы көпләп ҡуялар. Беренсе ҡатта йәшәүемә ҡарамаҫтан, бүлмәләрҙә түҙеп торғоһоҙ эҫе, ти Любовь Михайловна.Ҡыш буйы был фатирҙың тәҙрәләре асыҡ булһа, тап ошо мәлдә йорттоң икенсе яғында йәшәүселәр өйҙә йылы ойоҡбаш, быйма кейеп йөрөй. Ә йылыныр-йылынмаҫ батареяларға бөтөнләй өмөт юҡ, ти хужабикә. Уның ҡарауы, ҡаты һыуыҡтар әле башланмаған. Был хәл беренсе йыл ғына ҡабатланмай. Башланып торған йылытыу миҙгеле лә башҡаларынан айырылмай. Октябрь айына килгән квитанцияларҙан күренеүенсә, йылы тигеҙ бүленмәһә лә, иҫәпләүҙәр барлыҡ фатирҙарға тигеҙ яҙылған.Башҡала уртаһында урынлашҡан был торлаҡ ярты быуат элек төҙөлгән. 2008 йылда энергияны һаҡлы сарыф итеү программаһы сиктәрендә йортҡа шәхси йылытыу пункты ҡуйыла. Әммә тиҙҙән уның ҡеүәте 8 подъезға ла етмәүе асыҡлана. Шул ваҡыттан өйҙөң яртыһын көйләнмәгән йылытыу ҡоролмаһына тоташтыралар. Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, мәсьәләне сисеү өсөн йылытыу системаһын көйләргә кәрәк. Ошондай мөрәжәғәт менән улар 10 йыл дауамында 15-се торлаҡ –коммуналь идаралығы ишеген шаҡый. Әммә мәсъәлә хәл ителмәй. Ә был Черниковка биҫтәһе. Шундай уҡ мәсьәлә. Кемдер эҫегә түҙә алмай, икенселәре фатирын йылыта алмай. Ринат Гәзиндың фатиры йорттоң артыҡ йылытылған яғында. Тигеҙ йылытмау сәбәбе өйҙөң шәхси йылытыу пунктының авария хәлендә булыуы. Ул йорт ҡулланыуға тапшырылғандан алып ҡала инженер селтәрҙәре балансында торған. Хәҙер йылдан артыҡ уның рәсми хужаһы юҡ. Ә торлаҡ хужалары йылытыу пунктын йорттоң шәхси милке итеп алырға теләмәй.Йылытыу миҙгелендә квитанцияла хаҡтарҙың нигеҙһеҙ күтәрелеүе, шул йылы биреү системаһының көйләнмәүе, идара итеүсе компанияларҙың намыҫһыҙ эшләүе, күпселек фатир хужаларының вайымһыҙ булыуында, тип һанай Валерий Воронин. Башҡаланың энергияны һаҡсыл файҙаланыу үҙәгендә асыҡлауҙарынса, Интернациональ урамындағы йорттоң йылытыу пункты ҡала бюджеты иҫәбенә йүнәтеү мөмкин. Әммә бының өсөн йорттоң милекселәре уны артабан хеҙмәтләндереүсене билдәләргә тейеш. Ә Октябрь проспектындағы йорттағы йылытыу пунктының ҡеүәтен яҡын арала арттырасаҡтар. Мәсьәлә идарасы компанияның финанс хәленә бәйле. Бойондороҡһоҙ эксперттар билдәләүенсә, торлаҡҡа тигеҙһеҙ йылы биреү мәсьәләһе Башҡаланың 70 процент күп фатирлы йорттарына ҡағыла.
Берәүҙәр тыш йылыта, икенселәре-туңа
Берәүҙәр тыш йылыта, икенселәре-туңа