Башҡортостан прокуратураһы ташҡын мәлендә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сифатын баһалай

Тулыраҡ: Башҡортостан прокуратураһы ташҡын мәлендә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сифатын баһалай

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, һәр районда оператив режимда күҙәтеү алып барыла. Әлеге көнгә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, һәм Нуриман районында йорттарға һыу инеүҙең 300-ҙән ашыу осрағы теркәлгән. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре муниципалитеттар тарафынан кешеләргә ташҡын мәлендә тейешле ярҙам күрһәтелеүен тикшерә. Был эш ташҡын бөткәнгә тиклем дауам итәсәк.