Милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана

милек, ер һәм транспорт һалымын түләү ваҡыты тамамлана

1 декабрҙә милек, ер һәм транспорт һалымын түләү ваҡыты тамамлана.

Әлегә тиклем һалым белдереүе килмәгән икән, уны йәшәгән урын буйынса почта бүлексәһендә, күп функциялы үҙәктә, һалым хеҙмәтендә, шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты»нда алырға мөмкин.

Башҡортостанда йәшәгән һалым түләүселәргә 5,8 миллиард һум күләмендә милек һалымы иҫәпләнгән. Уның күпселек өлөшө транспортҡа тура килә — 3,1 миллиард һум.

Мөлкәткә — 1,8 миллиард, ергә 0,9 миллиард һум күләмендә һалым алыныр тип көтөлә.