Башҡортостандың башҡалаһында коронавирустан прививка яһатҡандар һаны 82 проценттан ашты.
Вакциналанырға тейеш халыҡтың 80 процентлыҡ сигенә өлгәшелде. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков белдереүенсә, был кимәлгә Өфө үткән аҙнала күтәрелде.
«Бөгөн был күрһәткес 82 процентҡа тигеҙ, — тине ҡала мэры. – Сәнәғәт предприятиеларында эште дауам итергә һәм көсәйтергә кәрәк».
Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина билдәләүенсә, ҡайһы бер предприятиелар хеҙмәткәрҙәренең 100 процентын вакциналау талабын үтәмәгән.