Йәмәғәт транспортында һайлап QR-кодтар тикшереләсәк

Ҡала әлегә башҡа төбәктәрҙәге кеүек автобус, трамвай, троллейбустарҙа мотлаҡ QR-код һәм сертификаттар индерергә йыйынмай

Башҡала мэры Сергей Греков яңы коронавируслы инфекция менән көрәш сараларының үтәлешен йәмәғәт транспортында күҙәтеүҙе дауам итергә ҡушты. Өфө хакимиәте башлығы оператив кәңәшмәлә “Ҡала әлегә башҡа төбәктәрҙәге кеүек автобус, трамвай, троллейбустарҙа мотлаҡ QR-код һәм сертификаттар индерергә йыйынмай,” — тип белдерҙе.

“Һайланма тикшереүҙәр ойошторорға кәрәк, шул иҫәптән йәмәғәт транспортында,” —  тине Сергей Греков.