Өфөлә Ағиҙел йылғаһының яңы төҙөлгән яр буйында бер саҡрымға һуҙылған һырғалаҡ яһала. Был хаҡта мэриялағы оператив кәңәшмәлә башҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков хәбәр итте.
2021–2022 йыл ҡышында Ағиҙелдең яңы яры буйлап оҙон һырғалаҡтан конькиҙа елдерергә мөмкин.
Биләмәлә иллюминация урынлаштырыу, туҡланыу нөктәләрен асыу, музыка сығанағы йыһаздарын ҡуйыу ҡарала.
23 ноябрҙә үткән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдереп Сергей Греков «Һырғалаҡтың оҙонлоғон 1 км тирәһе тип планлаштырабыҙ. Ҡала халҡы өсөн яңы йыл байрамы саралары рәтендә ул яңылыҡ булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Яр буйынан бер саҡрым оҙонлоғондағы боҙҙан шыуыу мөмкинлеге тыуа. Кейем алмаштырыр өсөн йылы бүлмәләр ҡорола. Яр буйының үрге палубаһында боҙ ҡаласығы урынлаштырабыҙ», — тине Сергей Греков.
Боҙҙоң ҡасан һалына башланыры тураһында әлегә иғлан ителмәне.