1 декабрҙән республика ҡунаҡханаларына коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат, алты ай эсендә COVID-19 менән ауырыу йә иһә прививка яһатырға ярамауы хаҡында медицина белешмәһе менән генә урынлашырға мөмкин. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбировтың яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле «Юғары әҙерлек» режимы тураһындағы указына индерелгән үҙгәрештәрҙә әйтелә.Өфөлә футбол һәм хоккей уйындарында футбол майҙандарын 70 процентҡа тултырырға мөмкин. Төп шарт — тамашасыларҙың сертификаты йәки ярты йыл эсендә сирҙе үткәреү тураһында сертификаты булырға тейеш. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 100 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Мәкерле сирҙән 3 мең 200-ҙән ашыу кеше һәләк булған.
1 декабрҙән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә
1 декабрҙән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә