Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда үткән тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 675 осрағы теркәлгән. 637 кеше әле стационарҙа дауалана, уларҙың 113-е ауыр хәлдә. Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға саҡырҙы. Был хаҡта ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Мәкерле сир менән көрәш йола буйынса Оператив кәңәшмәлә ҡаралған төп темаларҙың береһе. Ә был көрәштең берҙән-бер һәм уңышлы алымы тип танылған вакцинация буйынса Башҡортостан яҡшы темп алды. Әлеге көнгә КОВИД-19 ҡаршы прививканың беренсе компонентын 1 миллион 890 мең кеше эшләткән. Был иммунизация үтергә тейешле халыҡтың 76 проценты тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта 65 проценты прививканың ике компонентын да алған. Вакцинация буйынса әүҙемлектең артыуы, һис шикһеҙ, сикләүҙәр менән бәйле, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Әйткәндәй 1 декабрҙән тағы ла “Юғары әҙерлек тураһында”ғы Указға сираттағы өҫтәмәләр индерелә. Коронавирус менән көрәштә тәүбурыстарҙың береһе сирҙән дауалау системаһын камиллаштырыу. Бының өсөн республикала тағы ла ике госпиталь төҙөргә ҡарар ителде һәм Оператив кәңәшмәлә төҙөлөш ҡасан башланасағы иғлан ителде. Иғлан ителгәндәрҙән кадрҙарға бәйле яңылыҡтар бар. Ишембай районы хакимәтенең элекке башлығы Азамат Абдрахманов хәҙер хөкүмәт аппаратына етәкселек итә. Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыу бурысы Ринат Фәтҡуллинға йөкмәтелде. Стәрлетамаҡ ҡала советы ҡарары менән Рөстәм Ғәзизов контракт буйынса хакимиәт башлығы вазифаһына тәғәйенләнде. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин федраль кимәлдә юғары вазифа алды. Республика Хөкүмәте премьер-министры балалар туҡланыуына бәйле етешһеҙлектәргә туҡталып аутсорсинг буйынса эшләүсе ойошмаларҙы тәнҡитләне. Баҡтиһәң, тикшереүҙәр барышында мәктәп, балалар баҡсалары өсөн тәғәйен аҙыҡ-түлек араһында һаҡлау ваҡыты үткән продукциялар асыҡлана икән. Тәнҡит кенә түгел, яҡшы яңылыҡ та бар. Хәҙер аутсорсерҙар ҡуртым түләүҙән азат ителә, был аҡсалар инвестицияға йүнәлтеләсәк. Торлаҡ алып алданған өлөшсөләрҙең 1 меңдән ашыуының хоҡуҡтары тергеҙелгән, тип анонсланды Оператив кәңәшмәлә. Улар торлаҡ йә аҡсалата компенсация алған. Был эш башлыса федераль фонд ярҙамында атҡарылып килә, республика сығымдарҙың 12 процентын финанслай. Башҡортостанда 2023 йылда алданған өлөшсөләр булмаясаҡ, тиелде ултырышта.
Андрей Назаров Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға саҡырҙы
Андрей Назаров Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға саҡырҙы