Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар буйынса комитеты ете йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүҙе күҙ уңында тотҡан яңы закон проектын әҙерләүҙе тәҡдим итергә йыйына. Әлегә төбәк етәкселәре был мәсьәләне айырым бойороҡтар, социаль карталар һәм башҡа ысулдар менән үҙҙәре хәл итә килде. Башланғыс авторҙары иһә быны ҡанун менән нығытырға теләй. Әле тик ете йәшкәсә балалар ғына транспортта бушлай йөрөй ала. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәрһеҙ йөрөгән 16 йәшкә тиклемге балаларҙы юл хаҡы түләмәгән өсөн төшөрөп ҡалдырыу тыйыла.
16 йәшкә тиклемге балаларға йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй алырмы?
16 йәшкә тиклемге балаларға йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй алырмы?