Үҫмерҙәр араһында киң таралған электрон тәмәкене хәҙер көндә күрергә мөмкин. Ә уны етештереүсе компаниялар иһә уның зарарһыҙлығы тураһында һөйләй. 2021 йылдың ғинуарында бәлиғ булмағандарға “замана тәмәкеһен” һатыуҙы сикләү тураһында Федераль закон ҡабул ителде. Республиканың Роспотребнадзор идаралығы “Антидилер” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән берлектә электрон тәмәке һатҡан кибеттәр буйлап рейд ойошторҙо. Бындай видеояҙмалар интернет киңлектәрендә ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек үҫә. Электрон тәмәке, вейп, тартыу ҡатнашмалары һәм башҡа приборҙар. Хәҙер заман тәмәкеһен ҡыҙғанысҡа мәктәп уҡысылары ла, студенттар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә тарта. Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге электрон тәмәке һатҡан кибеттә 17 йәшлек үҫмерҙәр контроль һатып алыу ойоштора. 2021 йылдың ғинуар айында ҡабул ителгән Федераль законға ярашлы, 18 йәше тулмағандарға һатыу тыйыла. Шулай ҙа егеттәр зыянлы тәмәкене бер ҡаршылыҡһыҙ һатып ала.Сираттағы ике кибеттә егеттәргә электрон тәмәке һатманылар. “Антидилер” йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре бындай рейдтарға аҙна һайын сыға. 17 йәшлек Виталий Сәйетов һәм Роман Карпов буласаҡ юристар. Һәр рейд үҙенсәлекле, ти егеттәр.Шулай ҙа рейд барышында егеттәргә Менделеев урамында урынлашҡан кибеттә электрон тәмәке һаталар. Законды боҙоу осрағы теркәлгәс, Эске эштәр министрлығының бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙары саҡырылды һәм урында уҡ һатыусынан аңлатма алдылар. Ә һатып алынған тауар Роспотребнадзорға экспертизаға оҙатылвсаҡ. Федераль законға ярашлы, электрон тәмәке, кальян, вейп, тартыу ҡатнашмалары, таштар, сироптар һәм уларҙың аналогтарын реклама йәки бәлиғ булмағандарға һатҡан осраҡта илле мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.Электрон тәмәкеләр шыйыҡсаны йылытыуға һәм уны тын алыу өсөн парға әйләндереүгә нигеҙләнгән. Етештереүселәр пар һулауҙы тәмәке тартыуға ҡарағанда зарарһыҙыраҡ тип иҫбатларға тырыша. Имеш, тәмәке тартҡанда меңәрләгән канцероген һәм химикат бүленеп сығып, тын алыу ағзаларына, үпкәгә юл ала, ә пар менән тын алыу зыянһыҙ.Тик бының кире яғы ла бар. Эвали — вейперҙарҙың яңы сире. Был термин йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында киң таралған. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында ғына 70 кешенең ғүмере өҙөлгән. Үлемесле ауырыу Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә теркәлгән.
Беҙ тартмайбыҙ, тик пар ғына сығарабыҙ
Беҙ тартмайбыҙ, тик пар ғына сығарабыҙ.