Бесәйле ҡатын

Бесәйле ҡатын

Август аҙағында Рәсәй Дәүләт Думаһына фатирҙа нисә йорт хайуанын тоторға мөмкин булыуын билдәләүсе закон проекты тапшырылды. Быға тиклем был мәсьәләне көйләүсе бер закон да булманы. Граждандар кодексында ла дүрт аяҡлы дуҫтарҙың бер фатирҙағы һанын көйләүсе статья юҡ. Ә уның булмауы менән ҡуланыусылар әленән-әле осрап тора. Өфөнөң Октябрь революцияһы урамында урынлашҡан 71 – се йортта йәшәүселәр өсөн, мәҫәлән, күпләп бесәй, эт тотоусылар уңайһыҙлыҡтар һәм хатта зыян килтерә. Ингалятор 5 йәшлек Аринаның тормошона еңеллек килтерә. Ә бүлмәләге шкафтың бер полкаһы тулыһынса уның дарыуҙары өсөн ҡулланыла. Ике йыл күршеләр араһында барған бәхәсте туҡтатыу юлы юҡ кеүек. Кемдер өсөн балаһы ҡәҙерле, кемгәлер эт һәм бесәйҙәре балаһылай яҡын. Әгәр ҙә шау-гөр килеп урамға сығып барыусы эт хужаларын бөтә подъезд ишетеп торһа, Алина менән Аринаны тик сос ҡолаҡтар ғына һиҙер. Әсәнең маҡсаты – ҡыҙын мөмкин тиклем тиҙерәк йүгертеп алып сығыу.Кем бәләкәй сағында ҡарҙы бөтөнләй ҙә ауыҙ итеп ҡараманы? Ундайҙар бик һирәктер. Арина һуңғылары рәтенән. Уға урамдағы ҡарҙы хатта тоторға ла ярамай. Күршеләрендә йәшәүсе егеткә иһә, подъезда ғына түгел, фатирында тын алырға ярамай. Ярамайҙан бигерәк - был мөмкин түгел. Өҫтәге ҡатта йәшәүселәрҙең хәлен һорашабыҙ. Сыҡҡандарын ҡарауыллап тороп, һөйләшергә теләүселәргә эт, бесәй тотоусы күршеләренән кәңәш: “Оҡшамаһа күсеп китегеҙ!” Подъезда сыҙап торғоһоҙ! 5 минут эсендә кейемгә лә хатта һаһыҡ еҫ һеңде. Фатир хужаларының полицияға мөрәжәғәт итеүе һөҙөмтә бирмәгән. Юристар ниндәй кәңәш бирер? Судҡа мөмкин тиклем алып барып еткермәҫкә тырышырға! Әгәр ҙә торлаҡ-коммуналь хужалығы, Роспотребнадзор, полицияға мөрәжәғәт итеү мәсьәләне хәл итмәгәндә генә судлашырға. Бакаевтар ғаиләһе судҡа документтар әҙерләй, башҡа күршеләре менән һөйләшеүҙәр алып бара. Улар күсеп китергә лә риза. Фатирҙы һатыуҙары тураһында бер йыл элек үк иғлан иткәндәр. Ҡыҙыҡһыныусылар ҙа юҡ түгел. Тик улар подъездан уҡ кире борола.