Өфө Яңы йылға етди әҙерләнә

Өфө Яңы йылға етди әҙерләнә

Быйыл ҡаланы биҙәү буйынса үҙгәрештәр ҙә бар. Мәҫәлән, Совет майҙанындағы Яңы йыл шыршыһы икенсе урынға күсерелде. Шыршы ҡупшы булһын өсөн уның һәр яһалма ботаҡтарын мөмкин тиклем айырырға кәрәк. Бының өсөн ни бары 30-40 секунд талап ителә. Яңы йылдың төп биҙәген әҙерләү өсөн бөтәһе 17 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Берәүҙәр ботаҡтарҙы әҙерләй, ә икенселәре махсус техника ярҙамында өҫкә күтәрелеп, уны металл каркасҡа беркетә.Ҡупшыҡайҙың ботаҡтарын йыйыу өсөн генә бер аҙна тирәһе ваҡыт сарыф ителә. Яһалма шыршыға ботаҡтарҙы ҡуйып бөткәс, уны 600 һары һәм ҡыҙыл шарҙар һәм 349 ҡыңғырау менән биҙәйәсәктәр. Ул 7830 пикселдән торасаҡ. Шулай уҡ шыршының төп символы-йондоҙ әҙер. Уны ла ошо арала ҡуясаҡтар. Әйткәндәй, 30 метрлыҡ Яңы йыл шыршыһы бынан алда Өфөнөң Совет майҙанын биҙәгәйне, быйыл иһә ул «Мотор эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанға күсерелде. Санитар-эпидимилогик нормаларҙы күҙ уңында тотоп, быйыл баш ҡалала Яңы йыл майҙансыҡтары һаны арттырылған. Уларҙың күбеһе тәбиғи шыршы менән биҙәләсәк. Шулай уҡ быйыл Өфөлә 21 һырғалаҡ һәм 88 хоккей майҙансығы булдырыла. Мәҫәлән, “Төнъяҡ” стадионында 17 мең квадрат метрлыҡ һырғалаҡ эшләй башланы.Тиҙҙән Ҡала Советы, Орджоникидзе мәҙәниәт һарайы, Театр скверы, Ленин паркы алдында арт-объекттар урын аласаҡ. Төп фигуралар: 2022 йылдың символы – Юлбарыҫ, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, әкиәт персонаждары.