Төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Спутник Лайт» элек прививка яһатҡан йәиһә сир үткәргән 18-ҙән 60 йәшкә тиклемге пациенттарға ҡаҙала. Ҡайһы вакцинаны ҡаҙарға медицина хеҙмәткәре хәл итә.
Бөгөнгә Башҡортостанда вакцинаның беренсе компонентын 1 903 967 кеше һалдырған (вакциналарға тейеш халыҡтың 76,6%, өлкән кешеләрҙең 61,3%). Вакцинацияны тулыһынса 1 634 096 кеше үткән (вакциналарға тейеш иҫәптең 65,8%, ололарҙың 52,6%), шуларҙың 182 816-һы «Спутником Лайт» ҡаҙатҡан.