Закон буйынса, 2022-се йылдың ғинуарынан улар махсус лицензия булған осраҡта ғына эшләй ала. Яңы йылдан һуң ғәмәлгә инәсәк яңы закондар арҡаһында Өфөнөң билдәле зоопарктың ябылыуы ихтимал. Хужалар махсус лицензия алыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Зоопарктың тарихы 80-се йылдарҙан башлана. Хайуандар йәшәгән вагондар быуындан-быуынға тапшырыла килә. Йыртҡыстар араһында иң күп һанлыһы – юлбарыҫтар. Улар өсөнсө быуын тоҡом килтерә. Был юлбарыҫтан әсәһе тыуғас та баш тартҡан.... ул күптән һәләк булыр ине.2014-се йылда йыртҡыстарҙың хужалары Өфөлә төпләнергә ҡарар итеп күсмә зоопарк ҡуйыу өсөн ерҙе ҡуртымға ала. Әле иһә ергә килешеү оҙайтылмау сәбәпле уларға ла ябылыу ҡурҡынысы янай. Ошо сәбәптәр арҡаһында Армен Хачатурян үҙенең йәнлектәренән баш ҡағыуы ихтимал. Эште дауам итеү өсөн вольерҙар ҙа ҙурайтылырға тейеш. Әле Өфөлә ике вольерға ғына эшләү өсөн рөхсәт ҡағыҙы бирелгән.Ошо талаптарҙы үтәгән осраҡта ғына махсус лицензия алырға мөмкин. Штатта юғары махсус белемле белгестең дә булыуы мотлаҡ.
Зоопарктар һаҡланып ҡалыуы икеле
Зоопарктар һаҡланып ҡалыуы икеле