“Башҡортостан” дәүләт концерт залында күренекле яҡташыбыҙ Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара скрипкасылар бәйгеһе башланды.Уның беренсе турында 11 скрипкасы оҫталыҡта көс һынашты. Улар Германия, Бразилия, Япония, Көньяҡ Корея һәм Рәсәйҙең 20-нән алып 24 йәшкә тиклемге иң талантлы йәш музыканттары. Жюри ағзалары тәжрибәле сәнғәт әһелдәре: данлыҡлы дирижер Владимир Спиваков үҙе, жюри рәйесе – Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Копельман, Австрия профессоры Борис Кушнир, Япониянан Дзедзи Хаттори, Американан күренекле скрипкасы Джули Рид. Һайлап алыу турында 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ә Италия, Франция, Рәсәйҙең юғары кимәлдәге оҫталары эшләгән скрипкаларҙы тик иң-иңдәр генә алып ҡайтасаҡ. Конкурсты һәр тамашасы онлайн да күҙәтә ала. Бөгөн сәғәт 12-лә, 25 ноябрь киске етелә Культура.рф, ОРФЕЙ радиоһы порталдары һәм Башҡортостандың милли симфоник оркестры сайты аша конкурстың тура трансляцияһы барасаҡ.
Өфө 3-сө тапҡыр донъя кимәлендәге конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә
Өфө 3-сө тапҡыр донъя кимәлендәге конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә