Благовещен ҡалаһында йәшәүсегә башҡалала урынлашҡан банктарҙың береһендә кредит картаһы асалар, клиент уның менән ҡулланмайынса конвертты бөтөн килеш банк хеҙмәткәренә кире тапшыра. Әммә бер нисә айҙан уға коллекторҙар шылтыратып 80 мең һумдан ашыу бурысын ҡайтарыуҙы талап итә. Ә яуапҡа банк хеҙмәткәре бер нимә лә аңлата алмай. Ни өсөн клиенттың кредит картаһын бында эшләгән хеҙмәткәр үҙ мәнфәғәтендә файҙаланғанын да, әлеге ваҡытта иптәш Тереғоловтоң ҡайҙа икәнен дә.Николай Сепугин 1 йыл элек ирекһеҙҙән Росгосстрахбанк клиентына әүерелә, уның телефонына страховка ойошмаһы “һеҙгә компенсация тейешле” тигән хат ебәрә һәм офисҡа килеп уны алырға кәрәклеген хәбәр итә. Әммә банкта түләүҙе алыр өсөн кредит картаһын юлларға һәм иҫәп асырға ҡушалар. Тереғолов фамилиялы хеҙмәткәр уның кредит картаһын алып ҡала һәм иҫәпте ябырға вәғәҙә бирә. Әммә был турала бер ниндәй ҙә документ ҡайтармай. Һөҙөмтәлә пенсионер исеменә юлланған кредит картаһынан 80 мең аҡса алына. Бурыс пенсонер исемендә ҡала.Осраҡ буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатыла, әммә банк клиенттан бурысты таптырыуын дауам итә. Беҙҙең ижади төркөм баш офисҡа килеү менән уларҙың ҡарашы кире яҡҡа үҙгәрҙе. Әгәр Николай Сепугинды суд зыян күреүсе тип таныһа банк бөтә бурысты ғәфү итергә әҙер. Юристар бындай осраҡта кисекмәҫтән судҡа ғариза яҙып эште гражданлыҡ хоҡуғы сиктәрендә тикшерергә кәңәш итә.Банкта ниндәй ҙә булһа иҫәп асҡанда йә кредит картаһы юллаған саҡта махсус код яҙылған конверт тапшырыла. Ундағы һандар һеҙҙең аҡсаларға асҡыс. Белгестәр билдәләүенсә, иҫәп йәки кредит картаһы менән ҡулланмаған осраҡта ла код яҙылған конвертты юҡ итеү хәйерлерәк. Юғиһә уның вайымһыҙ мутлашыусылар ҡулына эләгеүе ихтимал.
Башҡортостанда полиция банк хеҙмәткәренең клиент аҡсаларын урлау осрағы буйынса тикшереү башланы
Тулыраҡ: Башҡортостанда полиция банк хеҙмәткәренең клиент аҡсаларын урлау осрағы буйынса тикшереү башланы