QR-код булһа үткәрәләр

Башҡортостанда ата-әсәгә балалар баҡсаларына яңы йыл байрамына арналған иртәләргә QR-код менән генә инергә рөхсәт ителде.

Башҡортостанда ата-әсә балалар баҡсаларында ойошторолған яңы йыл иртәләренә коронавируслы инфекцияға ҡаршы вакцинация үткәнде раҫлаған QR-код, йәки ауырыу үткәргән туралағы QR-код менән генә үтә ала. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф министрлығы хәбәр итте.

Республика мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яңы йыл саралары һәр төркөм өсөн айырым уҙғарыла. Санитар талаптарҙы үтәү мотлаҡ.

Аниматорҙарға, артистарға, фотографтарға һәм башҡа сит кешеләргә байрамда ҡатнашырға рөхсәт ителмәй.

Байрам саралары ойошторолған урында ҡатнашыусылар араһында социаль арауыҡты һаҡларға, тәнәфестә бүлмәләрҙе елләтергә, балалар баҡсаһына килгән һәр кемдең тән температураһын үлсәргә кәңәш ителә.