Башҡортостандың хирургтар ассоциацияһы иң яҡшы һөнәр эйәләрен билдәләне. Үткән йылда башҡарылған иң ҡатмарлы, уңышлы операция яһаған һәм Башҡортостан хирургияһы үҫешенә һиҙелерлек өлөш индергән табип тип республиканың Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһы хирургы Илдар Сәлимгәрәев танылды. Уға символик “Алтын скальпель” тапшырылды. Коронавирус инфекцияһы таралған шарттарҙа батырлыҡ күрһәткән табиптар шулай уҡ махсус билдә һәм ҡиммәтле бүләктәр алды. Улар араһында башҡаланың 8-се дауаханаһы табиптары ла бар. Хирургтар бөгөн ковид сиренең сигенеүен һәм дауахананың ҡәҙимге тәртиптә эш башларын өмөтләнеп көтә. Иң яҡшыларҙы бүләкләү тантанаһы республика хирургтары берлегенең Хирург көнө уңайынан ойошторған фәнни-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә үтте. Мәкерле сир сәбәпле ғәҙәттән тыш шарттарҙа хеҙмәт итергә мәжбүр табиптар ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген дә туҡтатмай. Конференцияла йәш ғалимдарҙың фәнни эштәре юғары баһа алды. Ә йыл монографияһы тип башлыса Башҡорт дәүләт медицина университеты профессорҙарынан торған автор коллективының коронар хирургия өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләгә арналған ғилми хеҙмәте танылды.
Алтын скальпель
Алтын скальпель