Ҡала халҡы был мөһим ҡоролманың сафҡа инеүен күптән көтә ине. Хәҙер был урында светофор кәрәкмәй. Киң автомобиль юлын үтеү йәйәүлеләр өсөн айырыуса хәүефле. Транспорт ағымы көслө булыу сәбәпле, светофор ҡабынғанын 3 минут көтөргә тура килә ине. Ер аҫты үткәүеле аша сығыу юлдары икәү: береһе яр буйына , икенсеһе — йәмәғәт транспорты туҡталышына. Ҡоролманың оҙонлоғо — 110 метр, киңлеге — биш, бейеклеге — 2, 33метр тирәһе. Объект видеокүҙәтеү камералары, заманса яҡтыртыу һәм коляскала йөрөүселәр өсөн махсус ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ яр буйындағы тирә-яҡты күҙәтеү майҙаны ла ипкә килтерелгән.
Дуҫлыҡ Монументы янында ер аҫты үткәүеле асылды
Дуҫлыҡ Монументы янында ер аҫты үткәүеле асылды