Башгидрометүҙәктән алынған мәғлүмәттәр буйынса, йома, 26 ноябрҙә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе көтөлә. Юлдарҙа ҡар, тайғаҡ. Ел көньяҡтан, талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә -5, -10 градус. Аяҙытҡанда -11,-16, көндөҙ 0, -5 градус.
Шәмбе, 27 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, талғын.
Һауа температураһы төндә – 3, -8, аяҙытҡанда 13 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ һауа температураһы 0,-5 градусҡа тиклем күтәрелә.
Бөгөн көндөҙ республикала һауа температураһы 5-10 градус һалҡын.