Уҙған тәүлектә генә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 672 осрағы асыҡланған. Пандемия башланғандан бирле республикала яңы коронавируслы инфекцияның 103 меңдән ашыу осрағы теркәлгән.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта стационарҙа 580-гә яҡын пациент дауалана, уларҙың 370-тән ашыуы — 60 йәштән өлкән.
100 сирленең хәле ауыр, бишәүһе яһалма һулыш аппаратына мохтаж. Ә 7,1 меңдән ашыу сирле өйөндә дауалана, уларҙың 5,4 меңдән күберәге — 60 йәштән оло пациенттар.
«Тәүлек эсендә коронавирустан 33 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 3 380 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың 3006-һы — өлкән йәштәгеләр», — тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.