Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив штаб ултырышында һүҙ барҙы.
Премьер-министр Андрей Назаров республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығына халыҡ араһында COVID-19 осрағын асыҡлау тестарын үткәреү күләмен арттырырға һәм прививкалау кампанияһы темпен тиҙләтергә ҡушты.
«Вакцинациянан башҡа әмәл юҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе. – Әгәр Яңы йылды яҡындар һәм дуҫтар менән ҡаршы алырға теләһәк, мотлаҡ прививка яһатырға, санитар талаптарҙы үтәргә, йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөргә һәм үҙ сәләмәтлегебеҙҙе хәстәрләргә кәрәк.»
Министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре яңы йыл корпоративтары, иртәнге тантаналар һәм спектаклдәр үткәреү тартибе тураһында аңлатма бирҙе.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев дөйөм туҡланыу селтәренең санитар талаптарҙы теүәл үтәүен дауам иткәнен белдерҙе.
«50 һәм унан да күберәк кешене хеҙмәтләндергән ойошмаларға тик QR-код менән үтергә рөхсәт ителә. Ошондай уҡ эш тәртибе яңы йыл корпоративтары өсөн дә раҫланған. Ресторан һәм кафелар декабрь айында ла көндәлек хеҙмәтләндереүгә бары вакциналанған йә үткән ярты йылда сир үткәреү тураһында сертификат алғандарҙы ҡабул итә.
Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, балалар баҡсаларында яңы йыл иртәләрен ата-әсәне саҡырып үткәрергә ҡарар ителде, тик уларҙың вакциналаныу тураһында сертификаты йәиһә үткән ярты йылда ковид менән сирләгәнен раҫлаған табип белешмәһе булырға тейеш.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова театр коллективтарының яңы йыл спектаклдәрен үткәрергә әҙерләнеүе тураһында белдерҙе.
«Концерт залдарына ололарҙы прививка тураһында сертификат йә COVID-19 үткәреү тураһында белешмә менән индерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта урындар араһында социаль дистанция һаҡлана. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән йөрөштәр тыйылған», – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры.