Был турала республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Мәғлүм булыуынса, республикала 2 миллион ярым самаһы кешегә прививка яһау планлаштырыла.
Хәҙерге көндә Башҡортостанда коронавируслы инфекцияға ҡаршы яҡынса 2 миллион 445 мең доза вакцина бар. Кәмендә 1 миллион 935 мең кеше, йәғни халыҡтың 77,9 проценты, прививканың беренсе компонентын ҡаҙатҡан.
«Әле республикала 60 йәштән өлкәндәрҙең дөйөм һаны — 890 меңдән ашыу. Уларҙың 492 меңдән ашыуы вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатҡан, 420 меңгә яҡын оло йәштәге кеше ике компонентын да алған», — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Үткән тәүлектә генә республикала 30 мең ярым самаһы кеше вакцинаның икенсе компонентын яһатҡан