Башҡортостан граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн 1 миллиард 700 миллион һум аҡса алырға иҫәп тота

Тулыраҡ: Башҡортостан граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн 1 миллиард 700 миллион һум аҡса алырға иҫәп тота

Уларҙы 25 муниципаль берәмек биләмәһендә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә йүнәлтеү күҙ уңында тотола. Аҙаҡҡы 7 йыл эсендә Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн федераль фондтан 15 миллиард һум аҡса бүленгән. Берлектә финанслау тәртибендә төбәк 10 миллиард һумдан ашыу аҡса өҫтәгән.