Уларҙың төп маҡсаты — кеше ағзаларын күсереп ултыртыу эшмәкәрлеген алып барған республика үҙәктәре табиптарына һөнәри белешмә биреү. Граждандар сәләмәтлеген һаҡлау тураһындағы законға ярашлы хәҙер, төбәктәрҙә ағза трансплантациялау үҙәктәре һаны арта. Вәриә Йәсәүиеваның һәр иртәһе ҡан баҫымын һәм кәүҙә ауырлығын үлсәүҙән башлана. Ә аҙнаның өс көнөн ул гемодиализда үткәрә. Иҫәпһеҙ дарыуҙар, витаминдар, көнкүрештәге сикләүҙәр. Вәриә туғыҙ йыл буйы донор бөйөрөн көтә. Динар Хаматйәров иһә был йәһәттән бәхетле кеше – донор йөрәген уға сағыштырмаса тиҙ күсереп ултыртҡандар. Йөрәк сирен асыҡлағандан алып операцияға тиклем ике йыл – ҡыҫҡа арауыҡ. Бөгөн Динар Республика кардиология үҙәгендә сираттағы тикшереү үтә. Ағза күсереп ҡуйыу буйынса тәүге операцияны 2013 йылда яһаған кардиология үҙәге табиптары бөгөн донор йөрәге ултыртылған 16 пациентты даими күҙәтә. Шуларҙың туғыҙына операцияны үҙҙәре эшләгән, ҡалғандары Мәскәү дауаханаларынан ҡайтҡан. Йәнә 16 кеше донор йөрәген көтөп сиратта тора. Республика клиник дауаханаһының ағза трансплантациялау бүлегендә иһә бауыр һәм бөйөр көткәндәр сиратҡа ҡуйыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәргә яңы ағзаны көтөп алыу бәхете теймәй. Әлеге ваҡытта талап ителгән ағзалар юҡ. Булған осраҡта ла уларҙың сиратын көткән сирлегә тап килмәүе мөмкин. Яңыраҡ ошондай бер йөрәк Мәскәүгә оҙатылған. Ағзалар етмәүҙең тағы бер, бәлки, төп сәбәбе – донор йәиһә уның туғандарының ризалыҡ бирмәүендә. Был осраҡта күсереп ултыртыу операцияһы мөмкин түгел. Табиптар билдәләүенсә, донорлыҡ мәсьәләһе бөгөн киҫкен тора. Граждандар сәләмәтлеген һаҡлау тураһында федераль законға үҙгәрештәр индереүҙең төп сәбәбе лә шуға бәйле. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Николай Никитин фекеренсә, донор базаларын арттырыу, медицина ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу мөһим. Әммә халыҡта был күренешкә дөрөҫ ҡараш тәрбиәләләү мәсьәләһе лә көнүҙәк. Ағза күсереүгә ҡаршы фекерҙәр ҙә юҡ түгел.Табиптар һәм депутаттарҙы берләштергән уртаҡ фекер – илдә ағза трансплантациялау тураһындағы ҡануниәт камиллаштырыуҙы талап итә. Әле донор ағзаһын алыу ризалыҡҡа нигеҙләнә. Йәғни, һәр кем — буласаҡ донор. Был хәлде йөрәгенән үткәргән кешеләр риза. Сөнки улар өмөттөң хаҡын белә.
Май айында Өфөгә Бөтә Рәсәй трансплантология үҙәге белгестәре килеүе көтөлә
Тулыраҡ: Май айында Өфөгә Бөтә Рәсәй трансплантология үҙәге белгестәре килеүе көтөлә