«Автобус» операцияһы башланды

Өфө Дәүләт автоинспекцияһы «Автобус» махсус операцияһы башланыуы тураһында иғлан итте. Пассажир ташыу менән шөғөлләнгән водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар башҡалала 28 ноябрҙән 3 декабргә тиклем ойошторола.

Сараның төп маҡсаты – маршрутлы автобус водителдәре ҡатнашлығындағы фажиғәләрҙе кәметеү һәм пассажир ташыусыларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре пассажир йөрөтөү менән шөғөлләнгән транспорт сараларының техник торошон, кәрәкле юл танытмаларын, техниканың тахограф менән йыһазландырылыуын һәм водителдәрҙең билдәләнгән хеҙмәт менән ял тәртибен үтәүен тикшерә.

«Быйыл үткән 10 айҙа Өфө ҡала юлдарында пассажир транспорты водителдәре ғәйебе менән теркәлгән юл фажиғәләре 4 процентҡа артҡан. Ошо осорҙа 52 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 84 кеше йәрәхәтләнгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, юл фажиғәләрендә яраланған кешеләр һаны 40 процентҡа артҡан. 2 кешенең ғүмере өҙөлгән, 2020 йылда бындай осраҡтар теркәлмәгәйне», – тип хәбәр иттеләр ЮХХДИ-ның Өфө бүлегенең матбуғат хеҙмәтендә.