Өфө табиптары йәмәғәтселекте йәнә аптырата

Өфө табиптары йәмәғәтселекте йәнә аптырата

Был юлы хирургтар пациенттың баш мейеһен ярып, микроскоп аша йоҡо артерияларын алмаштырыу буйынса үҙенсәлекле операция яһаны. Кәйефтәр көр, күҙҙәрҙә йәшәү дәрте сағыла. Әйтерһең дә, яңы тормош башланды, ти баш мейеһенә ҡатмарлы операция кисергән Раян Ҡорбанов. Дөйөм хәлһеҙлек, бер туҡтауһыҙ баш әйләнеү, һыҙланыуҙар. Һуңғы 11 йыл ғүмерен ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй ир. Үтәр әле, тип дауаханаға ла бармаған, яҡындарын да тыңламаған, Хәлдең ни тиклем ҡурҡыныс икәнен өс инсульт кисергән кенә аңлаған.Район дауаханаһынан Раян Ҡорбанов Башҡорт дәүләт медицина клиникаһына эләгә.. Етди тикшереү баш мейеһендә йоҡо артерияларының тығылыуын күрһәтә. Ғәмәлдә, пациентты баш мейеһенең уң умыртҡа тамыры ғына йәшәткән, етмәһә, уны ла яртылаш төйөрсәләр ҡаплаған. /Бляшки/Баш мейеһендә Ҡан әйләнешен көйләр өсөн, табиптар пациентҡа микро-анастомоз ҡуйырға ҡарар итә. Баш мейеһе эшмәкәрлеген көйләүгә йүнәлтелгән операция микроскоп аша башҡарылған. Ул 4 сәғәт дауам иткән. Бындай төр операциялар Рәсәйҙең бер-нисә дауаханаһында ғына яһала. Мәскәү, Санкт-Питербуург, Ҡазан. Хәҙер улар исемлегендә Өфө лә бар. Яҡын арала ошондай уҡ операпция тағы ике кешегә эшләнәсәк.