Йылы бирегеҙ

Йылы бирегеҙ

Өфө районы Михайловка ауылының Яңы Өфө урамындағы 15-се йортта йәшәүселәр йылы биреүҙе талап итә. Төҙөлөш компанияһы яңы йортта фатирҙар һатҡанда һатып алыусыларға бүләккә һыуытҡыс вәғәҙәләй. Килешеү төҙөгәндән һуң бүләк хаҡында ләм-мим, ә бына һалҡындар төшкәс, Яңы Өфө урамының 15-се йортонда йәшәүселәр үҙҙәре ҙур һыуытҡыста йәшәүен аңлай. 500-ҙән ашыу ғаилә фатирҙарға йылы биреүҙе үтенеп һорай. Юныс менән Йософ тиҙерәк балалар баҡсаһына барып йылыла уйнар ҙа ине, сирләгәс өйҙә ултырырға тура килә. Диванда ғына түгел, иркенләп иҙәнгә төшөп уйнайһы ине, тик һыуыҡ. Өйҙә ҡат-ҡат кофта һәм носки кейеп йөрөргә тура килә. Чачаевтар ғаиләһе яңы фатирҙарын әсәлек капиталын ҡулланып, ипотекаға һатып алған. Ремонт эшләп, октябрь айында күсәләр. Ә һалҡындар башланыу менән фатирҙы төрлө ысулдар менән йылытырға тура килә. Аяҡта тик йылы аяҡ кейеме, ә иңдә йылы шәл, ти Нина Игнатьевна. 80 йәшкә етеп килгән оло йәштәге Самохиндар проблеманы үҙ аллы хәл итеп тә ҡарай. Елләтеү торбаһын әле палиэтилин менән ҡаплап ҡуйғандар. Ошондай хәлгә Михайловка ауылындағы Яңы Өфө урамы, 15-се йортта йәшәүсе 500-ҙән ашыу ғаилә тарый. Хужаларға яңы фатирҙар асҡыстары йәйен тапшырыла. Күптәр үҙ фатирҙарында беренсе ҡышты ҡаршылай, әммә күптәр күсеп китергә мәжбүр була.Ә бына төҙөлөш компанияһы йортта йәшәүселәрҙең үҙҙәрен ғәйепләй. Фатирҙарҙы ремонталау ваҡытында елләтеү һәм йылытыу системаһын эшлектән сығарғандар, тигән фаразда улар. Йылытыу пунктында фильтр һәм торбалар ике тапҡыр таҙартылған, әммә әлегә һөҙөмтәһеҙ. Төҙөлөш фирмаһы вәкилдәре билдәләүенсә, ҡуйылған ҡоролмалар сифатлы һәм нормаға тап килә. Идарасы компания иһә кире фекерҙә.Өфө районы хакимиәтенә был хәл яҡшы таныш һәм ошо арала йылытыу системаһы шартына килтереләсәк. Федераль законға ярашлы, яңы төҙөлгән йортҡа 5 йыллыҡ гарантия бирелә, тимәк компания барлыҡ етешһеҙлектәрҙе үҙ иҫәбенә хәл итергә тейеш. Яңы Өфө урамының 15-се йортонда йәшәүселәр сатлама һыуыҡтарға тиклем фатирҙарҙы йылытыуҙы үтенеп һорай.