Башҡортостанда “Шыршы” операцияһы башланды

Башҡортостанда “Шыршы” операцияһы башланды

Уның барышында ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡланасаҡ. Законһыҙ ҡырҡылған шыршыларҙы асыҡлау өсөн юл инспекторҙары менән берлектә дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә дежур һәм стационар постар ойошторола. Ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡарала. Граждандарға — 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә — 20-40 мең һум, юридик берәмектәргә 200-300 мең һум штраф һалынасаҡ. Бынан тыш, хоҡуҡ боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ла ҡапларға тейеш. Әгәр зыян күләме 5 мең һум һәм унан күберәк икән, закон боҙоусының енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал. Был статья буйынса иң күбендә алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.