Картуф, колбасаның бар төрө, ҡаймаҡ, тауыҡ ите, һөт, тары ярмаһы, маргарин, сыр, балалар өсөн йәшелсә консерваларына хаҡтар артҡан. Бер аҙнала улар кәмендә 4 ҡыйбатланған. Гела Давитадзе ун йылдан ашыу алма һатыусыһы булып эшләй. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән, хатта Татарстандан даими һатып алыусылар килә, ти ул. Был емешкә хаҡтар йыл һайын йә төшә йә, киреһенсә, күтәрелә, әммә үҙгәреш артыҡ түгел. Быйыл, мәҫәлән, хаҡ 5-10 һумға ғына артҡан.Ҡырҙан килеүселәр, күпселек осраҡта, емеште бер нисә йәшник итеп һатып ала. Башҡортостан статистика хеҙмәте башҡа аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтар күтәрелеүен теркәй. Мәҫәлән, Башстат мәғлүмәттәре буйынса, аҡ күсәнле кәбеҫтә, кишер, һуған, картуфҡа хаҡтар артҡан. Хаҡтары төшкән йәшелсәләр ҙә бар, ҡыяр һәм помидор улар исемлегендә. Аш бешерер өсөн һайланған йәшелсәләрҙең хаҡы, мәҫәлән, 115 һумға барып баҫты. Ләкин уны осһоҙға ла һатып алырға мөмкин. Кишер йәки һуғандың икенсе төрлөһөн һайлағанда, дөйөм хаҡ 90-95 һум буласаҡ. Ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ кәнфит, йомортҡа, тауыҡ ите, икмәк, тары ярмаһы, макарон, сыр, һөт, йомортҡа, печенье, маргарин, шәкәр бар. Бер аҙна эсендә генә йомортҡа, мәҫәлән, 3,5, ә вермишель 4 процентҡа артҡан. Ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте ташлама менән алырға мөмкин. Бының өсөн сауҙа селтәре етәкселәре төрлө акциялар уҙғара. Байрам алдынан хаҡтар артыуын пенсионерҙар, айырыуса, ныҡ тоя. Кибеткә барғандан һуң тотонолған аҡсаны һанау улар өсөн мәжбүри сара. Халыҡтың, ә бигерәк тә оло кешеләрҙең аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың күтәрелеүенә ризаһыҙлығын белдереүен аңларға мөмкин. Хаҡтар, ғәҙәттәгесә, һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Башстат мәғлүмәте буйынса, был миҙгелгә бәйле күренеш.
Республикала аҙыҡ-түлек кәрзине йәнә ҡиммәтләнде
Республикала аҙыҡ-түлек кәрзине йәнә ҡиммәтләнде